Тошкуровский сельский многофункциональный дом культуры
МР Балтачевский район Республики Башкортостан
logo
Тошкуровский сельский многофункциональный дом культуры
МР Балтачевский район Республики Башкортостан

Конкурс стихотворений в рамках проекта “Атайсал”

Наша активная читательница, поэтесса – Ихсанова Гульшат Гайнельяновна участвует в конкурсе стихотворений  собственного сочинения, в рамках проекта «Атайсал» и Года полезных дел для малой родины в Республике Башкортостан.

Национальная библиотека имени Ахмет-Заки Валиди Республики Башкортостан совместно с Ассоциацией «Совет муниципальных образований Республики Башкортостан» и Региональными общественными организациями «Союз композиторов Республики Башкортостан», «Союз писателей Республики Башкортостан» объявил конкурс стихотворений собственного сочинения, посвященный малой родине – Атайсал.

Гульшат Гайнельяновна – ветеран педагогического труда с 40-летним стажем и отличник образования Башкортостана, сегодня она участвует с такими стихами: “Әй, тыуған яқ кистәре”,”Килегез, дустар, Балтасқа”, “Тушқырыма”, “Йәшәп була ауылда”. Благодарим  Гульшат Гайнельяновну за ее творчество, за восхваление своей малой родины и пожелаем успехов!

Әй, тыуған яқ кистәре.
Танып буйы, Тушқыр тамақ-
Ата-баба ерзәре.
Әсәйзәрзең йомшақ қулы Һыйпағандай елдәре.
Мәтрүшкәле сәй өстәле
Бешкән икмәк естәре
Уята изге хистәрзе
Әй ,тыуған яқ кистәре.
Қая барһаң, бағындыра
Хуш есле нараттары.
Йәйге таңда болондарза
Кешнәп йөрегән аттары.
Алыстарзан сақырып тора
Турғайлы басузары.
Һыуһаганда сихәт бирә
Тушқыр шишмә һыузары.
Мәтрүшкәле сәй өстәле,
Бешкән икмәк естәре
Уята изге хистәрзе,
Әй, тыуған яқ кистәре.

Килегез, дустар, Балтасқа.
Батыр Салауаттың эзен
Һақлай Балтас ерзәре,
Бында урақ батырзары
Кыззары, егеттәре.
Килегез, дустар, күрегез
Беззең Балтас ягын да.
Килегез, дустар,күрегез
Йәмле Тушкыр тауын да.
Бында йөгөрөк Танып һыуы,
Бында Балтас моңдары.
Тирә-йүнгә хуш ес бөркә
Ақ сәскә муйылдары.
Һандугастар мактап һайрай
Зифа буйлы талдарзы
Беләккә көс,йөрәккә дәрт
Өстәй Балтас таңдары.
Килегез,дустар, күрегез,
Без йәшәйбез Балтаста,
Килегез, дустар, килегез
Гөлдәр сәскә аткас та.

Тушқырыма.
Тәпәй басқас көс биргәнгә
Тыуған тупрақ табаныма,
Азға ғына айырылһам да
Һағынып қайтам Тушқырыма.
300 йыл элек бабайзар
Бирешмәйсә ел-дауылға
Йорт-қура төзеп ошонда
Нигез һалғандар ауылға .
Башқорт-татар қул тотошоп
Мал асраған, иккән иген.
Афәттарзән һақлағандар
Бергәләп үз тыуған ерен.
Үткәндәрзән һабақ алып,
Белеп йәшәү қәзерзәрен,
Онотмайық, ауылдаштар,
Үлгәндәрзең қәберзәрен.
Тыуған ауылым, һинең менән
Бер тупрағым, бер һулышым,
Нәсел ебем, туған телем-
Һинең менән бар булмышым.

Йәшәп була ауылда.
Йәшәп була, шөкөр итһәң
Тормыш-көнкүрешеңә.
Кәрәк икән, бар мәсеткә,
Кәрәк, кер һин күршеңә.
Тушқырымдың клубы матур,
Тора үзенә тартып.
Хәл белешә дус,күршеләр,
Туғандарзан да артық .
Якты, иркен магазиндар,
Ни теләйһең, бары ла бар.
Тик һә тигәс, тоз-шырпыға
Яқында ут күршем бар.
Ватсапта СМСлар бар,
Йылы биреп газ яна
Йыуынырға душ та өйзә
Әйтерһең лә калала.
Шөкөр, илләр имен булһа,
Дөньялар кояш-айлы.
Исән-һау булып йәшәһәк,
Тормоштар барыр яйлы.