Тошкуровский сельский многофункциональный дом культуры
МР Балтачевский район Республики Башкортостан
logo
Тошкуровский сельский многофункциональный дом культуры
МР Балтачевский район Республики Башкортостан

Талантлы, егәрле, ижади күңелле, һоҡланғыс шәхес!

40 йыл ғүмерен  балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә арнаған Гөлшат Ғәйнелйән ҡыҙы Ихсановаға Балтас районының “Почетлы гражданы” исеме бирелде.

Балтас районы Тушҡыр ауыл мәҙәниәт йортонда Гөлшат Ғәйнелйән ҡыҙы Ихсанованың ижад кисәһе үтте.
Һәр дәүерҙең үҙ геройҙары, һәр төбәктең үҙ шәхестәре, һәр милләттең үҙ таланттары була. Гөлшат Ғәйнелйән ҡыҙы Ихсанова Балтас районы Тушҡыр ауылының шундай кешеләре менән һис шикһеҙ бер сафта атлай. Белем- тәрбиә өлкәһендә лә, мәҙәниәттә һәм әҙәбиәттә лә йәмәғәт эшлеклеһе булараҡ та хеҙмәт һалған, тыуған яғының патриоты ул.

Бөгөн Гөлшат Ғәйнелйән ҡыҙы –  40 йыл хеҙмәт стажы булған педагогик хеҙмәт ветераны, Башҡортостандың мәғариф отличнигы. Оҫта педагог, уҡыусыларына белем биреү менән бер рәттән, йыр-бейеү түңәрәктәре алып барып, сәнғәткә һөйөү тәрбиәләүҙә лә ҙур өлөш кереткән кеше ул. Уның ғүмере мәҙәниәттән айырылғыһыҙ, таланты күп ҡырлы: йырлай, бейей, шиғырҙар яҙа һәм сәнғәтле уҡый. Шуға ла Гөлшат Ихсанованың етмеш йәшлек юбилейы айҡанлы Тушҡыр ауыл мәҙәниәт йортонда уҙғарылған ижад кисәһендә йылы һүҙен еткерергә теләүселәр байтаҡ ине. Юбилярҙы ғүмер байрамы менән тәбрикләргә район хакимиәте башлығы Илгиз Әхүәс улы Субушев, район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Дамир Мәүлитхан улы Хәмәтов, ауыл биләмәһе башлығы Булат Фируз алы Әғләмов, Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Рифҡәт Ғәбделйәнов, “Ҡартаймаҫ” фольклор коллективы, туғандары, сәнғәт һөйөүселәр тәбрикләне һәм иң изге теләктәрен еткерҙе.